Новости
29 Август 2022, 14:45

Белә инегеҙме?

  Кәүҙәһен тура тотоп йөрөмәгән ҡатын-ҡыҙ үҙ йәшендәгеләрҙән ун йылға иртәрәк ҡартая. Башын эйеп йөрөгән ҡатын-ҡыҙ асыҡ муйынлы күлдәк кейә алмаҫ. Күҙҙе ҡыҫып ҡараһаң, күҙ тирәһендә «мәңге бөтмәҫ йыйырсыҡтар» булыр. Был да иртә ҡартайта.  Турһайып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙан да йәмһеҙ кеше булмаҫ. Оҙон сәс– йәш ҡыҙҙар өсөн. Ҡырҡ йәштән һуң ҡатын- ҡыҙ үҙ йөҙөнә килешле итеп сәсен киҫтерһә, ун йәшкә йәшәрә. Ҡупшы биҙәнеү ҙә ҡартайтып күрһәтә. Күҙегеҙгә килешле һәм бик сағыу булмаған макияж эшләгеҙ. Күҙегеҙҙе ыумағыҙ. Күҙ аҫты зәңгәрләнә. 40 йәштән уҙған ҡатындар тиҙ генә кәүҙә ауырлығын йыя. Ай һайын диетала ултырырға ла онотмағыҙ.

Белә инегеҙме?Белә инегеҙме?
Белә инегеҙме?

Ошоларҙы иҫтә тотһағыҙ, нисә йәштә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, һеҙгә ҡарап башҡалар, олоғайһа ла матур, тиерҙәр.

 

 

Фото: syl.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас