Новости
26 Август 2022, 19:58

Хәйбуллала - Йәйге кубок уйындары

— Бөгөн нишләп Аҡъярҙа ямғыр яуҙы? —Ҡаҙаҡ дуҫтарҙың ҡыҫыҡ күҙен асыр өсөн... Ихлас шаярттылар, төрттөрөп көлдөләр ҙә. Хәйбулла районының Аҡъярҙағы үҙәк майҙанында асыҡ һауала Башҡорт асыҡ КВН лигаһының Йәйге кубок уйындары үтте.

Хәйбуллала - Йәйге кубок уйындарыХәйбуллала - Йәйге кубок уйындары
Хәйбуллала - Йәйге кубок уйындары

—Башҡорт асыҡ КВН лигаһының Йәйге кубок уйындары йыл да Бөрйән районында үтә торғайны. Быйыл беренсе тапҡыр тәжрибә рәүешендә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ойоштороп ҡараныҡ. Ысынлап та, оҡшаны. Беҙҙең Йәйге кубок 2016 йылдан халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде. Ҡаҙаҡ командалары менән бәйләнештәбеҙ, яҡын дуҫтарбыҙ. Оҙаҡламай студенттар уҡыған ерҙәренә юлланыр. Был йәйҙе оҙатыу сараһы ла булды, - ти Башҡорт асыҡ КВН лигаһының рәйес урынбаҫары Илһам Ишкинин. Юмор байрамына Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та килгәйне. Ул КВН-ды беренсе тапҡыр яҡындан ҡарауын, йәштәрҙең талантлы булыуына ҡыуаныуын белдерҙе. Был юмор ярышында барлығы 7 команда көсөн һынаны. Шулай итеп, өсөнсө урынды Өфөнән "Теге өсәү" командаһы яулаһа, беренсе, икенсе урындар Ҡаҙағстан командаларына бирелде. Сибайҙан "Йыуаса" командаһы Гран-приға лайыҡ тип табылды. Барлыҡ командалар ҙа ҡатнашыу дипломдары алды. Сарала йәштәр башҡорт йырҙарына рәхәтләнеп бейеп, күңел асты.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас