

Стәрлетамаҡ районында кискеһен ашығыс ярҙам дауаханаһына 55 йәшлек ирҙе килтергәндәр.
Табиптар пациентҡа тәненең 40 процент термик бешеүе тигән диагноз ҡуйған. Ирҙең хәле ауыр, тип баһалана. Әле ул медицина учреждениеһының тән бешеү бүлеге реанимацияһында ята.
Зыян күреүсе үҙе аңлатыуынса, ул ут менән һаҡһыҙ эш иткәндә, атап әйткәндә, йортонда һуйылған ҡаҙҙарҙы газ горелкаһы менән эшкәрткәндә янып киткән.