Новости
20 Август 2022, 13:05

Сағыу һәм ҡыҙыҡтырғыс байрам...

Был - Архангелдә үткән сара тураһында!  

Сағыу һәм ҡыҙыҡтырғыс байрам...Сағыу һәм ҡыҙыҡтырғыс байрам...
Сағыу һәм ҡыҙыҡтырғыс байрам...

Халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған "Архангел кәсептәре" фестиваль-йәрминкәһендә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән оҫталар ҡатнашты. Үрелгән кәрзиндәр, һуғылған балаҫтар, баҫылған кейеҙҙәр, ҡурсаҡтар, ағастан эшләнгән йорт кәрәк-яраҡтары, сигеү һәм бәйләм эштәре, таштан яһалған биҙәүестәр. Хатта көнкүреш ҡалдыҡтарынан да күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр эшләп була икән! Йәрминкәлә тәҡдим ителгән кәсептәр күп төрлөлөгө менән хайран ҡалдырҙы.

Айырым кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡыҙыҡһыныусылар һөнәр арттырҙы. Мәҫәлән, Валентиновка ауылынан 88 йәшлек Владимир Черичен сабата үрергә өйрәтте. Ә табип булып эшләүсе Елена Кожевникова буш ваҡытында ҡурсаҡтар эшләй икән. Уның янынан бөгөн балалар китмәне: кемдер оҡшағанын һатып алһа, кемдер унан үҙе эшләргә өйрәнде.

Фестивалдә ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙа итеү ойошторолғайны. Байрамды шулай уҡ фольклор төркөмдәрҙең сығыштары ла биҙәне. Бал һәм үлән сәйҙәренә арналған күргәҙмә лә бик матур үтте. Әйткәндәй, байрам Архангель ауылының юбилейына ла тура килде.

- Беҙҙең райондың һәр ауылында оҫталар йәшәй. Улар тарихты, халыҡ кәсептәрен һаҡлап ҡына ҡалмай, ә киләсәк быуынға ла еткерә, - ти ғорурланып Архангель районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас