

Хәйбулла ерендә рок-концерт осраҡлы ғына уҙғарылмай. "Бөйөк дала" фестивале тәүге тапҡыр "Рух" рок-төркөмөнөң ижадына 20 йыл тулыу уңайынан 2011 йылда ойошторолғайны. Тап ошо төркөм республикала рок хәрәкәтенә башланғыс һалған һәм башҡорт рок музыкаһының тотош йүнәлешенә этәргес биргән. Сарала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта, географияһы киңәйә. Һуңғыһы, мәҫәлән, 3 меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы.
Бөгөн киске 20:00 сәғәттә Аҡъяр ауылының Ял һәм мәҙәниәт паркында "Бөйөк далаң" рок-концерты башлана. Унда "Аҡъяр", "Рух", "Бөркөт" рок төркөмдәре башҡарыуында сәхнәлә яңы йырҙар һәм хиттар яңғыраясаҡ. Программаның махсус ҡунағы - “Дәрүишхан”!