Новости
19 Август 2022, 18:26

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре республика райондарында графикҡа ярашлы граждандарҙы ҡабул итә.  

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк”  акцияһы дауам итә“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк”  акцияһы дауам итә
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

Ул башланғандан алып 110 меңгә яҡын кеше ҡабул ителгән, 40 меңгә яҡын тикшереү үткәрелгән. Һөҙөмтәлә социаль әһәмиәтле 3 529 сир асыҡланған, шул иҫәптән 2 549 пациентта – йөрәк-ҡан тамырҙары сире, 308 - яман шешкә, 644 - шәкәр диабетына, 28 кешелә туберкулезға шик тыуған, улар контролгә алынған.

Бригадалар алты районда графикҡа ярашлы эште дауам итә. Өфө маршруты Благовар районында эшен тамамлай (23 августа Троицкиҙа, 24-26 августа Благоварҙа).

Дыуан һәм Белорет маршруты эшен тулыһынса тамамланы. Нефтекама маршруты Дүртөйлө районында эшен тамамлай (22-24 августа Иҫке Байышта, 25-26 августа Иҫке Яндыҙҙа).

Октябрьский маршруты - Дәүләкән (22-23 августа Яңы Йәнбәктә, 24-26 августа  Ҡамсылытамаҡта), Стәрлетамаҡ маршруты Ейәнсура районында эшен дауам итә (22-23 августа Этҡолда, 24-26 августа Үрге Муйнаҡта).

Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй, табиптар сиратлап ҡабул итәсәк.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас