Новости
19 Август 2022, 17:50

" Аҡбуҙат" журналын Донбасс балаларына бүләк итәләр

Бөгөн Ҡариҙел районында Башҡортостан журналистарының "Журфест- 2022" фестивале үтте.  

" Аҡбуҙат" журналын Донбасс балаларына бүләк итәләр" Аҡбуҙат" журналын Донбасс балаларына бүләк итәләр
" Аҡбуҙат" журналын Донбасс балаларына бүләк итәләр

Фестиваленең төп темаһы медиапатриотизм үҫеше, социаль селтәрҙәрҙә фейктарға ҡаршы тороу булды. Байрамда 500-ҙән ашыу журналист ҡатнашты - улар республика, ҡала һәм район баҫмалары, радио һәм телевидение вәкилдәре.

Сара сиктәрендә "Медиашефлыҡ: Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары - Донбасс балалары" тигән махсус проекттың презентацияһы үтте. Уны "Аҡбуҙат" балалар журналы коллективы "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто һәм Башҡортостан Журналистар союзы менән берлектә әҙерләне. Берҙәм көс менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә "Аҡбуҙат" башҡорт телендәге балалар журналының махсус һанын рус телендә нәшер итеүгә өлгәшәләр.

Журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина был махсус проект өҫтөндәге эш тураһында һөйләне:

- "Аҡбуҙат" журналының махсус һанына Донбасс балаларының шиғырҙары һәм һәм хикәйәләре инде. Беҙ уларҙы Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығының матбуғат секретары Алена Алексеева ярҙамында йыйҙыҡ. Донецк ҡалаһының 96-сы мәктәбе уҡыусыһы Екатерина Ярошевичтың "Путевые заметки Ангела Донбасса" яҙмаһын уҡығанда күҙгә йәш төйөлә - унда һүҙ бомбаға тотҡан ваҡытта һеңлеһен күкрәге менән ҡаплап һәләк булған малай тураһында бара. Полина Алексеенконың "Һаҡлаусы фәрештә" һүрәте лә ундағы трагедияны бәйән итә. Шулай уҡ был һанда беҙ Башҡортостан, беҙҙәге билдәле шәхестәр, "Шүлгәнташ" музей комплексы менән дә таныштырабыҙ. "Башҡорт телен өйрәнәм" рубрикаһы ла бар. Журнал Донецк балаларына ғына түгел, ата-әсәләренә лә ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым, - тине ул.

Проект презентацияһы балаларҙың сағыу сығышы менән тамамланды. Ошонда уҡ ойошторолған "Изгелек кәрәҙе" акцияһында фестивалдә ҡатнашыусылар махсус карталарға үҙҙәренең изге теләктәрен дә яҙҙы.

Оҙаҡламай журналдың махсус һаны, изге теләктәр һәм бүләктәр махсус гуманитар йөк менән Донецк халыҡ республикаһына юлланасаҡ.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас