Новости
18 Август 2022, 15:05

Башҡортостанды танытабыҙ

Башҡортостан әҙерләгән күргәҙәмә Мәскәүҙә  барыһының да иғтибарын йәлеп иткән.

Башҡортостанды танытабыҙБашҡортостанды танытабыҙ
Башҡортостанды танытабыҙ

Мәскәүҙә, "Зарядье" паркында, Рус география йәмғиәте фестивале башланды. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Быйыл фестивалдең төп темаһы -  һәр хәрефтең мәғәнәһе булған "Г-Е-О-Г-Р-А-Ф-И-Я" һүҙ-шифры. Проекттың төп маҡсаты - Рәсәй төбәктәренең төрлөлөгөн күрһәтеү һәм ватандаштарында ил буйлап сәйәхәт ҡылыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Фестиваль ҡунаҡтары өсөн “Зарядье”ның төп сәхнәһендә фольклор коллективтары сығыш яһай, лекторийҙа мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре үтә.

Сара уҙғарылған көндәрҙә баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының башҡорт халҡының милли йолалары һәм мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге бар. Кремлдең стеналары буйында бөтә йыһаздары менән башҡорт тирмәһе урынлашҡан. Тарихи йыһаздар һәм көнкүреш әйберҙәре менән тәьмин ителгән ихаталар башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен сағылдыра. Бында халыҡтың биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының әйберҙәре - биҙәкле туҡымалар, балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар, милли биҙәүестәр һәм башҡалар күрһәтелгән. Теләгәндәр "Һабантуй" спорт-уйын программаһында һәм төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.

Лекторийҙа балалар һәм өлкәндәр өсөн халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә. Бында шулай уҡ Мәскәү һәм Рәсәй туроператорҙары өсөн республиканың туристик потенциалы күрһәтелгән. Фестиваль барышында Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән "Өс таған" башҡорт фильмы һәм Поляр штурманы Валериан Альбанов тураһында "Көньяҡҡа, Француз Иосиф Еренә" документаль фильмы һәм уның исемен йөрөткән Ҡотопсолар музейын булдырыу тарихы күрһәтелә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов республиканың Рус география йәмғиәте фестивалендә ҡатнашыуын йылдың төп ваҡиғаларының береһе тип  баһалай.

-Башҡортостан экспозицияһы Ҡыҙыл майҙан һәм "Зарядье" паркы араһында урынлашҡан. Ойоштороусылар баһалауынса, беҙҙең майҙансыҡ аша 10 көндә миллиондан ашыу кеше үтәсәк. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки ун көн буйына республиканың геопарктары, тәбиғәте, туристик ҡеүәте тураһында лекциялар уҙғарыласаҡ. Мәскәүҙәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн тыуған төйәгебеҙҙең матурлығын, тулылығын күрһәтә алырбыҙ, тип уйлайым,- ти А. Бадранов. БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина билдәләүенсә, Башҡортостан тирмәһе тәүге көндә үк  иғтибар үҙәгендә булған.

Фестивалде асыу көнөндә ҙур сәхнәлә Башҡортостандың "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө сығыш яһаны.

26 августа Рус география йәмғиәте фестивале барышында Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көнө уҙғарыла. Был көндө фестиваль ҡунаҡтарын "Һабантуй" спорт-уйын программаһы, Башҡортостан географияһы буйынса приздар менән викторина көтә. Байрамды төбәктең һәм Мәскәү ҡалаһының сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында ҙур концерт биҙәйәсәк.

Башҡортостан Республикаһы көнө сиктәрендә Мәскәүҙә "Торатау" геопаркы тураһында комикс мотивы буйынса йәнһүрәт күрһәтеләсәк. Ойоштороусылар шулай уҡ "Торатау" геопаркынан ҡиммәтле бүләктәр уйнатыу менән тамашасылар менән интерактив викторина уҙғара.

Фестиваль 28 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас