

Быйыл көҙ Өфөлә Ташкент көндәре уҙғарыла. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.
«Үзбәкстан менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Ташкент мэры менән октябрь айында Өфөлә Ташкент көндәрен үткәреү тураһында һөйләшеп килештек. Сәнәғәт предприятиеларын булдырыу, шулай уҡ ауыл хужалығы сеймалын етештереү һәм эшкәртеү, туризм өлкәһендә берлектәге инвестиция проекттарын билдәләнек», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.
Премьер-министр һүҙҙәренсә, бөгөн Үзбәкстан бизнесы менән берләштерелгән «ГазРесурс» компанияһы Башҡортостанда 1,3 миллиард һумлыҡ өс инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра.
Шулай уҡ Uzbekistan Airways авиакомпанияһының Өфөнән Ташкентҡа тура рейстарын тергеҙеү тураһында килешеүгә өлгәшелгән. 14 июлдә UTair авиакомпанияһының осош программаһы эшләй башланы.
«Башҡортостан предприятиелары менән Үзбәкстандың потенциаль партнерҙары араһында хеҙмәттәшлек булдырабыҙ. 17-19 августа беҙҙең бизнес-миссия ойошторола. Комплекслы эшлекле программа: Үзбәкстан контрагенттары менән B2B-осрашыуҙар, урындағы эшҡыуарлыҡ һәм эшлекле даирәләр ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ Үзбәкстандың профилле предприятиеларына барыу планлаштырыла», – тип белдергән Андрей Назаров.