

VPN – интернет селтәре аша виртуаль шәхси селтәрҙе урынлаштырыу технологияһы. Программалаусылар шулай ике нөктә араһында шифрлы туннель ойоштора. Был мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Асыҡ VPN-сервистарҙы шәхси маҡсатта файҙаланыу кире һөҙөмтәгә килтереүе лә ихтимал. Бында бер кем дә һеҙгә шәхси мәғлүмәттәр хәүефһеҙлеген тәьмин итмәй. “Инфосистемы Джет” компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылда шәхси мәғлүмәттең 15–20 проценты асылған.
Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса белгес, OTUS онлайн-университеты уҡытыусыһы Сергей Терешин һүҙҙәренсә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең интернет файҙаланыусыларының 70 проценты үҙҙәренең шәхси мәғлүмәттәренең хәүефһеҙле хаҡында бөтөнләй хәстәрлек күрмәй. Интернет ҡулланыусылар телефондарына вирусҡа ҡаршы программа ла урынлаштырмай. VPN-сервистар менән файҙаланыу ҙа хәүефле, уларҙың күптәре сит илдә урынлашҡан.
– VPN-сервистарҙы файҙаланып, шәхси мәғлүмәттәрҙе тапшырыуҙы һәм эшкәртеүҙе контролдә тота алмайбыҙ. Бәйләнеш килгән серверҙар Ер шарының төрлө мөйөшөндә урынлашҡан. Етмәһә йыйылған мәғлүмәттәр Даркнетҡа һалына, унда хакерҙар эшләй, – тип аңлата Сергей Терешин.
Эшләгән VPN-дан нимәне урлай алалар? Хакерҙар исем-шәрифегеҙҙе, электрон почтағыҙҙы, һеҙҙең ғәмәлдәге IP-адресығыҙҙы, шулай уҡ логиндарығыҙҙы, паролдәрегеҙҙе һәм сайттарға инеү тарихығыҙҙы белә ала. Урлағанды улар үҙ файҙаһында ҡуллана. VPN-ды эш ҡорамалдарында файҙаланыу икеләтә хәүефле.
Шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау юлдары бар. VPN-сервистарҙы бөтөнләй файҙаланмағыҙ. Быны эре IT-гиганттар ҙа раҫлай. Магазиндар үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйырға теләмәй һәм бындай хеҙмәттәргә етди талаптар ҡуя. Уларҙың был аҙымы VPN-сервистарға ышаныс булмауын күрһәтә.
Фото:berqnet.com