

— Социаль- иҡтисади йәһәттән мөһим, төбәк биләмәләренең үҫешенә хеҙмәт итәсәк инвестиция проекты Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Башҡортостан Республикаһында махсус тәғәйенләнештәге ҡорамалдарҙы — муниципаль, юл, төҙөлөштө эксплуатациялауҙы тәьмин итеү өсөн заманса юғары технологиялы производство-хеҙмәтләндереү үҙәген булдырыуҙы күҙ уңында тота. Белорус партнерҙарыбыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү беҙҙең өсөн мөһим. Шуға күрә был проектты Башҡортостан Хөкүмәте хуплай, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Инвестиция проекты Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы тарафынан хуплана.
Башҡортостанда "Амкодор" компанияһы ике инвестиция проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Шуларҙың береһе — Өфө индустриаль паркы биләмәһендә иген эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөү. Икенсе проект — Өфөнөң Октябрь районында ауыл хужалығы, муниципаль һәм башҡа ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереү буйынса производство-хеҙмәтләндереү үҙәген төҙөү. Инвестициялар күләме 275 яңы эш урыны булдырыу менән яҡынса 2,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Фото: БР Хөкүмәте.