

Уларҙы һатып алыуға быйыл федераль бюджеттан субвенциялар иҫәбенә 29,5 миллион һум аҡса бүленгән. «УАЗ 390945 - фермер», «Лада Легенд 4*4» һәм «Лада Нива Тревел» автомобилдәре Әбйәлил, Әүжән, Асҡын, Баймаҡ, Бәләбәй, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Кананикольск, Инйәр, Ағиҙел, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Салауат, Учалы, Яңауыл урмансыларына ярҙамға юлланды.
Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов ҡатнашты. Махсус техника асҡыстарын урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов тапшырҙы.
Бындай саралар матур йолаға әүерелә һәм һуңғы өс йылда республика урман хужалыҡтары автопаркы 75 яңы автомобиль менән тулыланды, тип билдәләне ул.
–Техниканы август урталарында тапшырабыҙ. Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел аҙағына яҡынлашып килгән кеүек тойолһа ла, был улай түгел. Уҙған йылда август һәм сентябрь айҙарындағы янғындар беҙҙә тәүге ҡар ҡатламы яуғанға тиклем тиерлек тулы әҙерлек булырға тейешлеген күрһәтте. Был автомобилдәр урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, урман ҡануниәтен боҙоу факттарын асыҡлау һәм уларға юл ҡуймау йәһәтенән ҙур ярҙам буласаҡ, тип ышанам, - тип билдәләне төбәктең урман ведомствоһы етәксеһе.