Новости
15 Август 2022, 11:15

Кавалеристар тураһында тағы бер китап донъя күрәсәк

«Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» биографик белешмәһе баҫмаға әҙер.  Яңы сығарылышҡа тағы 400 яңы исем өҫтәлгән.  

Кавалеристар тураһында тағы бер китап донъя күрәсәкКавалеристар тураһында тағы бер китап донъя күрәсәк
Кавалеристар тураһында тағы бер китап донъя күрәсәк

Бөйөк Ватан һуғышын үткән өс меңдән ашыу яугирҙың иҫтәлеген «Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре» биографик белешмәһендә мәңгеләштерәсәктәр.

– Ватанды дошмандан һаҡлаған һәр яугирҙың исеме лайыҡлы хәтерҙә. Улар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе ебәреүҙе һорап, халыҡҡа  мөрәжәғәт иттек. Беҙҙең башланғыстың киң хуплау табыуына шатбыҙ - геройҙарҙың вариҫтары ярҙамында дүрт йөҙләгән исем яңы сығарылышҡа өҫтәлде. Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы Бөйөк Ватан һуғышына арналған күп порталдарҙа кавалеристар хаҡындағы  мәғлүмәттәрҙе яңыртыуға этәргес бирҙе, – ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы проекты кураторы Гөлназ Аҡназарова.

 Белешмәгә хәрби мәғлүмәттәр һәм наградалар тураһында мәғлүмәттәр, фотоһүрәттәр, фронтовиктың документтары һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында хеҙмәт итеү хаҡында шайморатовсыларҙың хәтирәләре ингән. Олаталарының иҫтәлектәрен, яҙмаларын һәм көндәлектәрен һалдаттарҙың туғандары  ебәргән.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас