Новости
13 Август 2022, 17:45

Юбилейға әҙерлек бара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Ишембай ҡалаһында эш сәфәре менән булды.

Юбилейға әҙерлек бараЮбилейға әҙерлек бара
Юбилейға әҙерлек бара

 Төбәк етәксеһе Башҡортостан нефтен беренсе асыусылар майҙанын капиталь ремонтлау барышы менән танышты. Был урын тәүге башҡорт нефтен сығарыуҙың 90 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе . Ҡалала шулай уҡ Губкин урамын төҙөкләндереү бара, гранит бордюрҙар урынлаштырыу тамамлана.

Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанын үҙгәртеп ҡороу май айында башланған. 470 миллион һум торған проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен һалыуға тотонған да . Реконструкцияның тәүге этабы 1 сентябргә  тамамланырға тейеш.

Юбилейға тағы бер объектты – “Вышка-бабушка” мемориаль комплексы урынлашҡан Нефтселәр скверын төҙөкләндереү ҡаралған. Быйыл сентябрь айында Ишембай нефть колледжы базаһында “Нефть һәм газ сығарыу” компетенцияһы буйынса  уҡыу-күнекмәләр полигоны асыу күҙаллана.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас