

Ҡамыр өсөн 300 г кефир, 0,5 балғалаҡ тоҙ, сода, аҙ ғына шәкәр ҡомо, 200 г ҡырҡыстан үткәрелгән сыр, 3 стакан он кәрәк.
Барыһын бергә ҡушып, ҡамыр баҫырға һәм 15 минут ял иттерергә.
Эслек әҙерләү өсөн бешкән тауыҡ итен ваҡ итеп турарға. Шуға туралған укроп, йәшел һуған, кинза һалырға. Йәймәләрҙе йәйгәс, уртаһына эслекте һалырға һәм йәймәнең ситтәрен йәбештерегә лә, ҡабат йәйергә кәрәк. Ҡыҙған майлы табала ике яғын да ҡыҙартып бешерергә.