Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2022, 10:20

«Патриот» паркында етәкселәр ярышҡа әҙерләнә

Бөгөн «Патриот» паркында Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында «Геройҙар уҙышы» уҙа. Ярышта барлығы 107 команда   ҡатнашасаҡ.  Әле ярыш башланыр алдынан командалар күңелле музыка аҫтында күнекмәләр үтә. Был сараның тап Физкульниктар көнөндә үткәрелеүе ҙур әһәмиәткә эйә: етәкселәр үҙҙәренең өлгөһөндә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырып, ныҡлы физик формаһын күрһәтәсәк. 

«Патриот» паркында етәкселәр ярышҡа әҙерләнә
«Патриот» паркында етәкселәр ярышҡа әҙерләнә

 Ярышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Хөкүмәт, министрлыҡ һәм муниципалитет командалары ҡаршылыҡтар һыҙатына сығасаҡ.  Уҙыш Рәсәйҙә иң оҙон булған уникаль трассала уҙа. Сарала ҡатнашыусылар һыу кәртәләрен, бейек стеналарҙы, ауыш ҡоймаларҙы, сәнскеле сым, ер аҫты тоннелдәрен, арҡандарҙы, соҡорҙарҙы һәм һыу тултырылған соҡорҙарҙы үтәсәк.

Әйткәндәй,  парк майҙансығында был көндө баскетбол буйынса «Ҡыҙғылт һары туп» бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы үтәсәк. Республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан 120-нән ашыу команда иң көслөләрҙе асыҡлаясаҡ. Спорт байрамы ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары өсөн «Форд Боярд» квест, лазертаг һәм страйкбол тиры кеүек 3 күңел асыу майҙансығы ойоштороласаҡ. Балалар өсөн айырым «Геройҙар уҙышы» балалар трассаһы йыһазландырыла, уға 15 ҡаршылыҡ инә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: