

Был аҙнала Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон ялан шарттарында хәрби әҙерлек үтте. Улар йүгерҙе, окоп, траншеялар ҡаҙҙы, фортификация ҡоролмалары (ҡоралды, хәрби техниканы, идара итеү пункттарын йәшерен урынлаштырыу һәм һөҙөмтәле ҡулланыу, шулай уҡ дәүләт ғәскәрҙәрен, халҡын һәм тыл объекттарын дошманды еңеү саралары тәьҫиренән һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән ҡаралтылар) эшләне. Хәрбиҙәр йәшерен йөрөү күнекмәләрен өйрәнде, хәрби техника менән эшләне, тәүлек дежурға торҙо, радиоһөйләшеүгә өйрәнде. Ауыр физик күнекмәләр, тулы экипировкала күп сәғәтлек марш-бросок, ялан шарттарында көн күреү шайморатовсылар өсөн етди һынау булды. Әммә Салауат Юлаев вариҫтары уны уңышлы атҡарып сыҡты.
Украиналағы хәрби операцияға юлланасаҡ батальон 38-се көн хәрби әҙерлек үтә.