Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2022, 14:05

Бишеһе лә үлеп ятһа, нимә булыр ине?!

Өфө фатирҙарының береһендә иҫһеҙ ятҡан биш үҫмерҙе тапҡандар.

Бишеһе лә үлеп ятһа, нимә булыр ине?!
Бишеһе лә үлеп ятһа, нимә булыр ине?!

Каникулда нимә менән шөғөлләнергә белмәнеләрме икән? Әллә ата-әсәләре яғынан тейешле иғтибар булмағанмы?

Өфөнөң  Гагарин урамындағы 31-се йорттоң бер фатирында аңын юғалтҡан 14-15 йәшлек биш үҫмерҙе тапҡандар. Билдәле булыуынса, ҡыҙҙар һәм бер малай илерткес  дарыу ашаған, шунан иҫерткес эсемлектәр ҡулланған. Уларҙың барыһын да ауыр хәлдә дауаханаға алып киткәндәр.

Бишеһе лә үлеп ятҡан булһа... Уйлауы ла ҡурҡыныс.

 

Фото: ria.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: