

«Башкиравтодор» предприятиеһы юл тармағында төп предприятие булып тора. Ул республиканың 23 763 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлдарында эштәр башҡара. Шуларҙың 2 811,8 саҡрымы - төбәк, 10 733,3 саҡрымы - муниципаль-ара һәм 10 218,4 саҡрымы урындағы тәғәйенләнештәге юлдар.
– «Башкиравтодор» компанияһының устав капиталындағы өлөшөнөң 60 проценттан ашыуы - Башҡортостан Республикаһыныҡы, 33,4 проценты «Төбәк фонды» акционерҙар йәмғиәтенке. Бөгөн предприятие дөйөм 11,9 миллиард һумлыҡ дәүләт контракттарын үтәй. Улар араһында яңы һәм үтә мөһим объекттар төҙөү һәм реконструкциялау. Күмәк көс менән компанияның мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән саралар әҙерләргә кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлын реконструкциялау «Башкиравтодор» алып барған иң мөһим проекттарҙың береһе булып тора. Финанслау федераль бюджет һәм Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Проект оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Уны һөҙөмтәле башҡарып сығыу өсөн Премьер-министр материалдарҙы өҙлөкһөҙ ташыуҙы тәьмин итергә ҡушты.