Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август , 22:50

Республика экспортын үҫтереү буйынса уҡыуҙар ойошторолдо

Әбйәлил районында республиканың 9 муниципаль берәмеге бизнес-шерифтарының республика экспортын үҫтереү буйынса уҡыуҙар үтте. Ике көнлөк уҡыуҙы «Экспорт мәктәбе» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының экспорт эшмәкәрлеге һәм тышҡы баҙарҙа экспортерҙар эшен оптималләштереү буйынса тәжрибәле бизнес-коучтары үткәрҙе.

Республика экспортын үҫтереү буйынса уҡыуҙар ойошторолдо
Республика экспортын үҫтереү буйынса уҡыуҙар ойошторолдо

Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Фёдоровка, Күгәрсен һәм Бишбүләк райондарының бизнес-шерифтарын уҡытыуҙа Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова, республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов, «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте вәкиллеге етәксеһе Ренат Маняпов ҡатнашты.

Сара башланыр алдынан республиканың экспорт эшмәкәрлеге буйынса әлеге йылдағы хәле күрһәтелде. Ике көн уҡыу барышында бизнес-шерифтар экспорт тәҡдимдәренә хаҡ формалаштырыуҙы ентекле өйрәнде, экспортлаусы һәм импортерҙың ниндәй яуаплылыҡ йөрөтөүен, шулай уҡ поставкалау базаһының экспорт контракты хаҡына нисек йоғонто яһауын асыҡланы. Бынан тыш, төп таможня процедуралары менән бәйле мәсьәләләр ҙә ҡаралды.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в