Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август , 22:05

2 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итергә мөмкинлек биргән

Әлеге йылдың ете айында эшҡыуарҙар Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының Гарантия фондының 790 миллион һумдан ашыуға яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу рәүешендә дәүләт ярҙамы менән файҙаланған. Был уларҙың бизнесына 2 миллиард һумдан ашыу займ аҡсаһын йәлеп итергә мөмкинлек биргән. Республикала гарантия ярҙамы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы күрһәтелә.

2 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итергә мөмкинлек биргән
2 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итергә мөмкинлек биргән

–  Быйыл 112 эшҡыуар кредиттар буйынса дәүләт бурысы формаһында ярҙам алды ла инде. Өҫтәүенә иң ҙур заем аҡсаһы ауыл хужалығы тармағына һәм етештереүгә йәлеп ителгән – 500-шәр миллион һум, унан һуң – сауҙа һәм төҙөлөш, 300 һәм 200 миллион һумдан ашыу. Шуныһы мөһим: яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ғына  түгел, ә үҙмәшғүлдәргә лә бирелә. Дәүләт гарантиялары арҡаһында бизнес үҙенең залог средстволары етмәгән осраҡта үҫешкә финанстар йәлеп итә ала, – тине республикабыҙҙың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Мөрәжәғәт итеү һәм йәлеп ителгән кредит средстволары күләме буйынса беренселекте Өфө ҡалаһы биләй. Унан –  Ғафури районы, Нефтекама ҡалаһы, Туймазы районы килә. Өфө районы килешеүҙәр һаны буйынса бишенсе баҫҡысты биләй, әммә займдар суммаһы буйынса Өфөнән ҡала икенсе урында килә.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһының «Минең бизнесым» үҙәге телефоны буйынса танышырға мөмкин: 7 (347) 224-99-99.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в