

«Кәңәш-фекер алышыу, бергәләп сәй эсеү бик йылы, күңелле мөхиттә үтте. Башҡорт халҡының милли аш-һыу төрҙәре - ҡатлама, йыуаса, ҡыҫтыбый һ.б. тәҡдим ителде. Башҡорт теле менән таныштырыу уйын рәүешендә барҙы. Ирекле микрофон ҡуйылды, йырҙар яңғыраны, башҡорт ҡумыҙында көйҙәр башҡарылды.
Башҡорттар - дуҫлыҡҡа ынтылған, ҡунаҡсыл халыҡ. Улар башҡа милләттәргә ифрат йылы мөнәсәбәттә. Ҡунаҡ килһә, хатта саҡырылмаған булһа ла, бай табын әҙерләйҙәр, ҡайтҡанында иһә күстәнәс менән оҙаталар.
Бүлексәләге хаҡлы ялдағылар әйтеүенсә, уларға башҡорт халҡының йолалары менән танышыу, милли ризыҡтар, йыр-көйҙәр бик оҡшаған. Ял итеүсе өлкәндәр ҡунаҡтарҙы йылы һүҙҙәр менән оҙатты, тағы ла килеүҙәрен көтөп ҡалыуын әйтте», - тиелә унда.