

Конкурс инструменталь башҡарыу традицияларын пропагандалау һәм үҫтереү, ижади йәштәрҙә музыка ҡоралдарына һөйөү уятыу, ҡыҙыҡһыныуҙарын көсәйтеү маҡсаты менән уҙғарыла.
«Ете райондан килгән ҡатнашыусылар араһында хатта һигеҙ йәшлек балаларҙың дә булыуы айырыуса ҡыуандырзы. Сөнки ата-әсәйҙәребеҙҙең йәшлек йылдарының айырылғыһыҙ өлөшө булған гармун моңдары һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында юғала бара ине. Был башланғысты йыл һайын уҙғарыу ниәтен дә белдерҙе ойоштороусылар.
Үҙе бәләкәй генә булһа ла, күңеле киң булған, моңдаш дуҫтарын берләштерәм тип йүгереп йөрөгән Рәсих Әхмәт улы кеүек дәртле кешеләр күберәк булһын ине. Алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп еткән ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Йәшәһен гармун моңо!» - тип белдерҙе Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.