Новости
6 Июль 2022, 12:09

«Шүлгәнташ мәмерйәһенең яҙмышы ҡатмарлы...»

Быйыл Башҡортостан туризмында оло ваҡиға – “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы сафҡа инә. Проектҡа ярашлы, объект өс ҡатлы, дөйөм майҙаны – 4000 квадрат метрҙан ашыу. Янында 300 тамашасыға иҫәпләнгән асыҡ сәхнәһе бар. Музейҙың архитектураһы башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосында һүрәтләнгән

Быйыл Башҡортостан туризмында оло ваҡиға – “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы сафҡа инә.  Проектҡа ярашлы, объект өс ҡатлы, дөйөм майҙаны – 4000 квадрат метрҙан ашыу.  Янында 300 тамашасыға иҫәпләнгән асыҡ сәхнәһе бар. Музейҙың архитектураһы башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосында һүрәтләнгән изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләрен (Урал менән Шүлгән образдарын) сағылдырған ҡапма-ҡаршы ике күләмдең берләшмәһенә нигеҙләнә. Музейҙы булдырыу өсөн көслө, ғилемле команда һигеҙ йыл буйы ял күрмәй тиерлек эшләне. Күҙгә күренмәгән эштәр –  документтар әҙерләү, ғилми хеҙмәттәрҙе барлау һәм башҡалар менән дә ошо хеҙмәткәрҙәр булыша. 
Бөгөн шуларҙың береһе, Башҡортостандың археология ҡомартҡыларын һаҡлау, данлау өсөн башҡорттарҙан да күберәк эш башҡарған рус егете Николай Николаевич ГРИГОРЬЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Николай, әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе таны­шыуҙан башлайыҡ. Ҡайһы яҡ егете булаһың, ҡайҙа уҡының?

– Хәйбулла районының Михайловка ауылында тыуып үҫтем. Йылайыр районы сигенә яҡын урынлашҡан бәләкәй генә ауыл, 50-ләп йорт барҙыр, моғайын. Атайым ғүмере буйы – фельдшер, әсәйем уҡытыусы булып эшләне. Башланғыс мәктәп кенә бар ине, артабан Ивановка ауылында белем алдым. 2006 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына уҡырға индем. Тарих факультетын һайланым. Сөнки тап ошо фәндән белем биргән уҡытыусымды ярата инем. Икенсенән, гуманитар фәндәр еңелерәк бирелә кеүек тойолдо. Ә институтта уҡый башлағас, башҡа йүнәлештәргә лә ярайһы ғына һәләтем барлығы беленде. Уҡыуҙы ҡыҙыл дипломға тамамланым.

– Студент йылдары нисек үтте?

– Эш, уҡыу һәм экспедициялар менән. 1-се курста уҡығанда ғалим-археолог Илшат Бахшиев менән таныштым һәм киләсәктә уның юлынан китеремде аңланым. Йәйгелеккә Йылайыр ра­йонының Ҡашҡар ауылы янындағы ҡурғандарҙы тикшереү өсөн тәүге экспедицияға сыҡтым. Шунан башланды ла инде барыһы ла. Йәйҙе көтөп ала инем: ҡайһы яҡтарға барырбыҙ, ниндәй ҡомартҡыларға тап булырбыҙ, тигән һорау күңелгә тынғы бирмәй. Һамар, Ырымбур ҡалаларында үткән ғилми  конференцияла ҡатнаштым, дипломдар алдым. 3-сө курста килешеү нигеҙендә методист булып эшкә урынлаштым. Уҡыуҙа талаптар көслө булды. Мәҫәлән, ҡайһы бер уҡыу йорттарында студент имтихандар бирә алһа, уның дәрес ҡалдырыуына нисектер күҙ йомоп ҡарайҙар. Ә беҙҙә сәбәпһеҙ ике дәрескә килмәһәң, ата-әсәләргә хәбәр ителә ине. Шуға ялҡауланырға форсат булманы. Беҙҙең курстан биш кеше археология юлынан китте. Ватан тарихы менән ныҡлы ҡыҙыҡһыныусылар булды. Әйткәндәй, төрлө йүнәлеш буйынса китһәк тә, үҙ-ара дуҫ, татыу булдыҡ. Бер-беребеҙгә ярҙам итә торғайныҡ.

– Ҡайнар ҡояш аҫтында эшләү, себен-серекәйҙән таланыу, палаткаларҙа йәшәү ялҡытмаймы?

– Ә мин был эшкә һәр ваҡыт романтика тип ҡарайым. Һәр хәлдә, археолог менән сағыштырғанда, уҡытыусы һөнәре күңелһеҙ тойолдо. Ауыл балаһы булараҡ бер ваҡытта ла эштең ауырлығынан ҡурҡмайым. Бала саҡ бесән, баҡса эштәре менән үтте. Уйнаған саҡта ла йә йылға буйында, йә урманда булдыҡ. Атта йөрөргә ярата торғайным. Бала саҡта ауыл йәки урман хужалығы белгесе булырмын, тип уйлай торғайным. Экспедиция тамамланып, ялға ҡайтҡан арала һыбай йөрөп Хәйбулла, Йылайыр ерендәге һынташ­тарҙы (менгир – таш һын) өйрәнеп өлгөрә инем. 2011 йылдың 30 майында ҡулға диплом алғайным, 1 июнь Өфөлә Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенә ғилми хеҙмәткәр булып эшкә урынлаштым. Өс көндән экспедицияға сығып киттек һәм көҙ башланыуға ғына әйләнеп ҡайттыҡ.

– “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында нисек эш башланың?

– Был музей – Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге баш­ланғысындағы бик күп проекттың береһе. Үтә лә әһәмиәтле, ҙур, донъя кимәлендә эшләйәсәк объект ул. Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин, социаль-мәҙәни объект булараҡ, музей проектын тәҡдим итте һәм көслө команда йыйҙы. Эш 2014 йылда башланды. Тәүҙә башҡа эштәр араһында ярҙам итеп йөрөнөм. 2018 йылдан ул минең төп эшемә әүерелде. Дөрөҫөн әйткәндә, бында археологик эш алып барылмай. Сөнки ҡаҙылма эштәрҙең кәрәге юҡ. Шүлгәнташ мәмерйәһе палеолит дәүерендә эшләнгән һүрәттәр менән данлыҡлы. Мин башлыса документ эштәрен алып барам. Мәмерйәне ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү – оҙайлы һәм ҡат­марлы процесс.

Тәү сиратта номинацион досье әҙерләргә кәрәк ине. Бының өсөн тарихты, ғилми хеҙмәттәрҙе тулыһынса өйрәнеп, уларҙы системаға һалыу шарт ине. Артабан музей эшен яйға һалыу һәм “Морат туғайы” туристик комплексын үҫтереү өсөн инфраструктураны ла оноторға ярамай. 2030 йылға тиклем башҡарыласаҡ эштәргә махсус идаралыҡ планы төҙөлдө. Бөрйәндә интернет, мобиль бәйләнеш үткәреү, электр ҡеүәтен арттырыу, асфальт юл һалыу – быларҙың барыһы ла ошо планға ярашлы эшләнде. Алдағы йылдарҙа тәбиғи газ килеп етәсәк. Ҡыҫҡаһы, “Шүлгәнташ” музей комплексын төҙөү, мәмерйәне һаҡлауҙа мах­суслашҡан “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музейы-ҡурсаулығын булдырыу яҡын-тирәләге ауылда йәшәүсе халыҡ өсөн дә файҙаға булды.

“Шүлгәнташ” – Башҡортостандың йөҙөк ҡашы. Уның асылыу, өйрәнеү тарихы менән танышһағыҙ, яҙмышы бик ҡатмарлы булыуын аңларһығыҙ. Бигерәк тә 1959 йылда, һүрәттәр асылғас, бында ниндәйҙер йәшертен көрәш башлана. Хатта мәмерйәне өйрәнгән ғалимдарҙың эштәре лә бәхәстәр тыуҙыра. Ғалим­дарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә ҡат­марлы. Шуға ла эштәрҙең ауыр һәм оҙайлы барыуын аңлай инем. Беҙ уларҙың барыһының да эштәрен өйрәндек, системаға һалдыҡ. Бәхәсле урындарға айырыуса иғтибар бирелде.

– Мәмерйәнең исеме лә бәхәс тыуҙыра бит. Мәҫәлән, Рәсәй генә түгел, хатта ҡайһы бер республика баҫмаларында ул һаман да “Капова” мәмерйәһе булып йөрөй...

– Был мәсьәлә буйынса шәхсән үҙем барлыҡ ғилми хеҙмәтте лә өйрәнеп сыҡтым. Тарихсы, географ Петр Рычков тәүгеләрҙән булып 1760 йылдарҙа Шүлгәнташты өйрәнә һәм тәүге хеҙмәтен яҙа. Өйрәнеү тарихы шунан башлана ла инде. Ул яҙмаларында Ағиҙел йылғаһы ярындағы “Шуллюган ташы” тип аталған мәмерйә барлығын һүрәтләй. Сәйәхәтсе, ғалим Иван Лепехин да “Шюльган” тип атаған. 
Ә Капова тигән атама бары тик XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Әммә рәсми атама булараҡ ҡулланылмай. Александр Рюмин һүрәттәрҙе тапҡас, Рәсәй фәндәр академияһында “Капова пещера” исеме аҫтында доклад менән сығыш яһай. Күп тә үтмәй, мәмерйәне тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан итәләр һәм документтар әҙерләгән саҡта Рәсәй фәндәр академияһының Археология институты мәмерйәне Рюмин әйткән исем менән яҙа. Шулай итеп, ошо атама рәсмиләшә. Беҙҙең бурыс – тарихи исемде ҡайтарыу. Әле был мәсьәлә буйынса документтар әҙерләйбеҙ, киләсәктә ул Мәскәүгә тапшырыласаҡ.  ЮНЕСКО-ға мәмерйә шул исем менән инә, сөнки уларҙың талабы буйынса мәҙәни мираҫ объекттары тарихи исемендә булырға тейеш. Нимәһе ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа ғалимдар, шул иҫәптән сит илдекеләр ҙә үҙ хеҙмәттәрендә Шүлгәнташ исемен ҡуллана.

– Шүлгәнташ кеүек һүрәттәре менән дан ҡаҙанған башҡа мәмерйәләрҙә булырға тура килдеме?

– Эйе. Һәм беҙҙең ҡомартҡының хәл-торошо өсөн һөйөнөп бөтә алмайым. Мәҫәлән, Ямаҙыташ (Игнатьевская) мәмерйәһендә хәлдәр үтә мөшкөл. Европа реставраторҙары уны тәүге хәленә ҡайтара алыуға шик белдерҙе. Унда заманында кеше лә йәшәгән, археологик-ҡаҙыныу эштәре лә алып барылған. Бөгөнгө көндә лә мәмерйәгә һаҡ ҡуйылмаған: туристар күпләп инә, сүп-сар ҡалдыра. Етмәһә, халыҡ араһында уның дауалау көсөнә эйә булыуы тураһында хәбәр таралған. Иң ҙур зыян – таштағы һүрәттәрҙе аяуһыҙ рәүештә граффити менән боҙғандар. Ә Фран­циялағы Ласко мәмерйәһенә, киреһенсә, алға киткән инфраструктура зыян килтергән. Уңайлыҡтар булдырабыҙ, тип заманында унда электр уты үткәрелгән. Ул үҙ сиратында климатты үҙгәрткән һәм мәмерйәлә үңәҙ бәшмәктәре үрсегән. Әлеге ваҡытта уны тәүге торошона ҡайтарыу буйынса эштәр алып барыла.

Һуңғы 60 йылдағы өйрәнеүҙәр буйынса шуны әйтә алабыҙ: Шүлгәнташ кеүек мәмерйәләрҙе яҡтыртырға, йылытырға ярамай. Беренсенән, ул үҙенең ысын йөҙөн юғалта. Икенсенән, меңәр йыл һаҡланған һүрәттәргә зыян киләсәк.

– Һиндәге башҡорт теленә, мәҙә­ниә­тенә, тарихына булған йылы мөнә­сәбәткә һоҡланам. Был һөйөү ҡасан башланды?

– Мин бит башҡорт мөхитендә үҫтем. Күрше ауылдар халҡы менән аралашып йәшәнек. Дуҫтарым араһында лә төрлө милләт вәкилдәре бар. Башҡорт телен һәйбәт беләм, тәржемәсе кәрәкмәй. Хатта спектакль, концерттарға йөрөйөм. Телевидениеға ла саҡырғандары булды. “Һин ысынлап аңлайһыңмы ул?” – тип ҡат-ҡат һорап ҡуялар. Эштә һөйләшеү күпселек башҡорт телендә бара. Шүлгәнташ мәмерйәһе “Урал батыр” эпосы менән бәйле. Ә беҙҙең өйҙә уның рус телендәге баҫмаһы һәм “Башҡорт фольклоры” китабы бала саҡта уҡ бар ине.

Экспозиция өҫтөндә эш башлағас, Мөхәмәтша Буранғолов ижады менән танышырға тура килде. Һәм ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде, әлеге ваҡытта әҫәрҙәрен уҡыйым. Шулай уҡ байтаҡ йоланы, легенданы беләм. Бигерәк тә археологик эҙләнеүҙәр менән йөрөгән урындарға бәйле булғандары менән ныҡлы ҡы­ҙыҡһындым. Башҡорт милләтенең, еренең рухи байлығы сикһеҙ. Әйткәндәй, мин гармунда башҡорт көйҙәрен уйнарға, “Шайморатов генерал” кеүек патриотик йырҙарҙы йырларға өйрәндем.
Тик башҡорт телендә иркенләп һөйләшә алмайым. Күңелдә берәй һүҙҙе дөрөҫ әйтмәһәм, көлөрҙәр тигән ҡурҡыу, оялыу бар.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Николай. Һеҙҙең йылдар буйы түккән хеҙмә­тегеҙҙең һөҙөмтәһе булған “Шүлгән­таш” музейы донъя кимәлендә танылыу яулаһын, тип теләйбеҙ!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас