Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2022, 17:45

Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы түшәктә икенсе ир менән ятҡан

Вахтасы быны күтәрә алмай, үҙ ҡулдары менән ҡыҙының һөйәркәһен үлтерә.

Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы  түшәктә икенсе ир менән ятҡан
Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы түшәктә икенсе ир менән ятҡан

Билдәле булыуынса, был хәл Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ятаҡтарҙың береһендә була. Вахта ысулы менән эшләүсе һөйгәненә шылтыратып, кискеһен ҡайтып етәсәген әйтә. Тик бына ул ҡайтыуға бүлмә ишеге ябыҡ була, ир кеше ныҡышып туҡылдата башлай. Һөҙөмтәлә уға таныш булмаған ир ишек аса һәм уның менән һуғыша башлай. Көс ҡулланып бүлмәгә барып ингән ир карауатта яланғас ятҡан дуҫ ҡыҙын күрә. Ир ҡатындың һөйәркәһен бүлмәнән ятаҡ коридорына сығара һәм туҡмай. Һөҙөмтәлә, кеше ҡатынына йөрөгән ир вафат була. Асыҡланыуынса, һәләк булған ирҙең мейеһенә ҡан һауғаны һәм ул төрлө йәрәхәттәр алған.

Вахтасы аңлы рәүештә һаулыҡҡа ауыр зыян килтереүҙә ғәйепле тип таныла һәм дүрт йылға хөкөм ителә.

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: