Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль , 12:40

Фастфуд яратһаң...

 Был әсәй булырға теләүселәргә ҡағыла.

Фастфуд яратһаң...
Фастфуд яратһаң...

Нәҫелең ҡоромаһын  тиһәң, фастфуд күрһәң, нәфсеңде тый. Был әсәй булырға теләүселәргә ҡағыла. Сөнки тиҙ әҙерләнә торған ризыҡ менән туҡланыусылар балаға уҙа алмай икән. Ғалимдар фастфуд яратыусы ҡатын- ҡыҙҙар менән түлһеҙлек араһында бәйләнеш барлығын иҫбат иткән. Башҡа ризыҡтарға өҫтөнлөк биреүсе ҡатындарға ҡарағанда, сәләмәт булмаған ашамлыҡ менән туҡланыусылар раһында балаға уҙа алмаусылар ике тапҡырға күберәк икән.  Австралияның Аделаида университеты табибы Клэр Робертс һүҙҙәренсә, фастфуд составында булған матдәләр күкәй күҙәнәгенә үтеп инеп, уның эшмәкәрлеген үҙгәртә. Фри картуфында, гамбургер-чизбургерҙарҙа ҙур күләмдә булған май, шәкәр һәм тоҙ организмда матдәләр алмашыныуын боҙа. Ул ғына да түгел, енес ағзаларының тейешенсә эшләүенә ҡамасауларға мөмкин.

   Тикшереүселәр бәпәй алып ҡайтырға теләгән 18 йәштән алып 43 йәшкәсә 6 мең ҡатын- ҡыҙҙың сәләмәтлеген күҙәткән. Уларҙың ҡан анализдары, йәшәү рәүеше, ғәҙәттәре, көндәлек рациондары тикшерелгән. Һөҙөмтәлә, даими рәүештә фастфуд ҡулланыуҙың ауырға ҡалыуға кәртә булыуы асыҡланған. Әлеге ризыҡтан баш тартҡан ҡатындар балаға тиҙерәк уҙған.

 

Фото: kartinkin.net

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в