Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2022, 11:05

ЦУР социаль селтәрҙәрҙән иң мөһимде хәбәр итә

Рәсәйҙә 2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы итеп иғлан ителде илдең бөтөн мәктәптәрендә берҙәм мәғариф программалары буласаҡ. Ошо һәм башҡа яңылыҡтар хаҡында - Республика менән идара итеү үҙәгенән “Сәләм”дә тапшырыуына тура бәйләнештә һөйләнек.

ЦУР социаль селтәрҙәрҙән иң мөһимде хәбәр итә
ЦУР социаль селтәрҙәрҙән иң мөһимде хәбәр итә

12 йәшлек Радмир Хөснөтдинов ике кешене йылғала батыуҙан ҡотҡара. Был хаҡта Ғафури районы башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙ сәхифәһендә яҙып сыға https://vk.com/wall518886214_4110.
Яҙма бик күп комментарий, репост һәм хуплауҙар йыя.

11 синыф уҡыусылары мәктәп менән хушлашып оло тормош юлына аяҡ баҫты. Күп етәкселәр ошо турала яҙып сыҡты. Мәҫәлән, Бөрйән районы башлығы Ғәзиз Манапов та ошо темаға мөржәғәт иткән. Яҙманы 11 меңдән ашыу кеше ҡараған.

Социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеү, инциденттар менән эшләү - Республика менән идара итеү үҙәге Башҡортостан халҡын борсоған мәсьәләләр хаҡында белә, уларҙы министрлыҡтар һәм муниципалитеттар менән бергә хәл итә.

Хәл ителгән мәсьәләләрҙән ике миҫал (улар бик күп, 20-26 июнь арауығында 4126 инцидент ҡаралған):

Өфөлә йәшәүселәрҙең мөрәжәғәте буйынса Баҡалы һәм Менделеев урамдары киҫелешендәге трамвай юлына яңы асфаль түшәлде

Яңауылда Ит комбинаты урамында реконструкциянан һуң күпер асылды

Эфирҙа был хаҡта ла һүҙ барҙы.

БЮТ көн һайын тура эфирҙа 8.37 сәғ. рус телендә, шишәмбе һәм кесаҙна 8.10 сәғ. башҡорт телендә
республикала һәм илдә ниндәй ваҡиғалар булған, нимә буласаҡ, - ошо хаҡта һөйләйбеҙ.

Видеояҙманы ҡарағыҙ, унда тулыраҡ мәғлүмәт.
Имен көндәр!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: