Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2022, 10:45

Көршәктә тәмле аш

Көндәлек бешергән ризыҡтарҙан ялҡып китһәгеҙ, төрләндереп көршәктә аш бешереп алығыҙ.

Көршәктә тәмле аш
Көршәктә тәмле аш
Уның өсөн беҙгә картуф, һунарсы (“охотничья”) колбасаһы, кишер, томат пастаһы, һарымһаҡ, тоҙ, борос, ҡәнәфер, сыр, әнис, петрушка кәрәк.
Тәүҙә картуфты таҙартып, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Шунан колбасаны түңәрәкләп киҫәбеҙ. Табала кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ. Томат пастаһы, әҙерәк кенә һыу, тоҙ, борос, ҡәнәфер һалабыҙ. Һәйбәтләп бутап көршәктә 45 минут бешерәбеҙ. Әҙер ризыҡҡа киҫелгән әнис, петрушка, сыр өҫтәп өҫтәлгә ҡуябыҙ.
 
Фото: yankelevitch.ru
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: