Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2022, 13:21

Үҫеш өсөн барыһын да эшләргә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Башҡортостандың 2023 йылға, 2024 һәм 2025 йылдарҙың план осорона һәм 2036 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеше күҙаллауҙарының төп параметрҙарын тикшереү буйынса Стратегия комитеты ултырышы үтте.

Үҫеш өсөн барыһын да эшләргә
Үҫеш өсөн барыһын да эшләргә

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, бығаса булмаған санкция баҫымы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сикләү сараларының кире эҙемтәләрен бөтөрөргә кәрәк. Шуға бәйле, прогноз проектын актуалләштергәндән һуң, Башҡортостан Башлығының «2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында»ғы 310-сы Указы һәм Социаль стратегия кеүек стратегик документтарҙың маҡсатлы параметрҙарын синхронлаштырыу мөһим.

Ултырышта үткән биш айҙағы ҡайһы бер һөҙөмтәләр ҙә иғлан ителде.

Сәнәғәт етештереүе үҫеше – 6,2, сауҙала 3,1 процент күрһәтә. Төҙөлөштәге эш күләме 119,2 процентҡа артҡан. Инвестиция йәлеп итеү әүҙемләшкәне лә теркәлгән.

Премьер-министр белдереүенсә, төп күрһәткестәргә өлгәшеүҙе бурыс итеп алырға кәрәк.

– Дөйөм алғанда, фараздар буйынса республика иҡтисадының үҫеше 2025 йылға 8,7 процентҡа етергә тейеш. Был аҡсалата иҫәпләгәндә - 2,8 триллион һум, – тине БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: