Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2022, 10:55

Баҡсасының ун ярҙамсыһы

   Баҡса ҡоротҡостарына махсус химик препараттар менән түгел, көндәлек тормошта ҡулланған һабын, бор кислотаһы, йод, горчица  менән дә көрәшеп була.                                        

Баҡсасының ун ярҙамсыһы
Баҡсасының ун ярҙамсыһы

                                           

Дегетле һабын

 150 г һабынды 10 л һыуға иҙеп һалһағыҙ, ағастарығыҙҙа һәм сәскәләрегеҙҙә телә булмаҫ. Сирле гөлдәрҙе ташлағандан һуң гөл һауытын йыуырға мөмкин.

Йод

Баҡса еләге сәскә атҡан мәлдә туҡландырыу өсөн һәйбәт. 10 литрға 5-10 тамсы йод һалып иҙергә кәрәк. Был эретмә  үҫемлекте төрлө сирҙән дә һаҡлай.

«Зеленка»

Ҡыуаҡлыҡтарығыҙ һынһа, ҡабаҡта сыйылған урындар булһа, «зеленка» һөртөп ҡуйырға мөмкин. Ул сереүҙән һаҡлай.

Марганцовка

Орлоҡтарҙы һәм бүлбеләрҙе ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн марганцовка эретмәһендә дезифекциялайҙар.( 10 литр бер ҡалаҡ марганцовка).Картуфты тишеүсе ҡорт булмаһын өсөн сәсер алдынан марганцовкалы һыуҙа тотоп алырға кәрәк.

 

Бор кислотаһы

 Помидорҙар теплицала эҫенән  һулып ултырһа, борос, баклажандар емешләнмәһә, ҡыярҙың уңышы әҙ булһа, бор кислотаһы эретмәһен һиптерәләр. 2 г кислотаны 500 мл эҫе һыуҙа иҙергә һәм шуға 10 литр һыу ҡушырға.

 

Глюкоза һәм B1 витамины

 5 л һыуҙа 5 мл глюкоза һәм 1 мл В1 витаминын иҙергә.  Был шыйыҡсаны ике аҙна һайын гөлдәрегеҙгә һибеп торһағыҙ, улар үҫеп китер һәм һеҙҙе сәскәләре менән һөйөндөрөр. 

 

Горчица оно

Лайлалы ҡусҡар булмаһын өсөн үҫемлектәр эргәһенә һибеп сығығыҙ. 10 литрға 100 г порошокты иҙеп, сәскә атҡандан һуң алмағастарҙы, грушаны эшкәртһәгеҙ, ҡорттары булмаҫ.

 

Аш содаһы

Содалы эретмә һипһәгеҙ, виноградығыҙҙың емеше тағы ла  нығыраҡ балланыр. Ҡыяр  ауырымаһын өсөн өсөн лә был эретмә менән эшкәртергә мөмкин.

Бет шампуны

Бесәй, эттәрҙең беттәренә ҡаршы шампунь менән тәҙрә төптәрен һөртһәгеҙ, гөлдәрегеҙгә башҡа үҫемлектәрҙән телә йоҡмаҫ. Шырпы бөртөгөнөң көкөртлө башын тупрағына ҡаҙап ҡуйһағыҙ ҙа, төрлө бөжәкте юҡҡа сығарыр.

Картуф ҡорто ( проволочник) нимәне яратмай?

Бер инә бөжәк сезонына 200 йомортҡа сығара. Шуға ла тупраҡта был бөжәк бик тиҙ үрсей. Картуф ултыртҡанда соҡорға һуған ҡабығы һалырға кәрәк. Һуған ҡабығы төнәтмәһендә бүлбеләрҙе тотоп алырға ла була.

Горчица, борос үҫкән тупраҡта ла был бөжәк булмай.Картуф ултыртҡанда төбөнә горчица оно, әсе борос һалһағыҙ ҙа ҡорт килмәҫ.

Эзбиз  - был ҡорттоң дошманы.

 Картуфты ҡаҙып алғас та, ерегеҙҙе яҡшы итеп ҡаҙып, эшкәртегеҙ. Аҡтамырҙы һәр саҡ йолҡоп алығыҙ. Был бөжәккә туҡланыу өсөн аҙыҡ булмаһа, ул үрсей ҙә алмаҫ. Тупраҡтың әселеген кәметеү ҙә шарт.

 

 

Фото: 

 

profiogorod.ru

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: