Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2022, 15:35

Йәш эшҡыуарҙарға - грант

Республикала бизнес-проекттарын тормошҡа ашырыуға 100 – 500 мең һумлыҡ гранттарҙы 25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар ала аласаҡ.

Йәш эшҡыуарҙарға - грант
Йәш эшҡыуарҙарға - грант

Республикала бизнес-проекттарын тормошҡа ашырыуға 100 – 500 мең һумлыҡ гранттарҙы 25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар ала аласаҡ. Аҡса конкурс нигеҙендә ғәмәлдәге шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә бирелә. Был осраҡта йәш кеше компанияла 50 проценттан  ашыу өлөшкә эйә булырға тейеш. Башҡортостанда был сараны «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә бойомға ашырырға мөмкин булды.

 – Ошо рәүешле беҙ йәштәргә һәм уларҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ярҙам итергә иҫәп тотабыҙ. Конкурста ҡатнашыу өсөн шарттар ябай: эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнеү тураһында сертификат, проект хаҡынан 25 процент күләмендә аҡса һәм килешеү төҙөү өсөн электрон цифрлы ҡултамға талап ителә. Шулай уҡ грант алыусы эшмәкәрлекте һаҡларға һәм өс йыл дауамында министрлыҡҡа отчет бирергә тейеш буласаҡ, – тип белдерҙе эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

 

Конкурс комиссияһында һайлап алынған проекттарға грант бер тапҡыр бирелә. Һуңғы сумма эшлекле проектты тормошҡа ашырыу өсөн ҡаралған сығымдарға ярашлы билдәләнә. Аҡсаны , мәҫәлән, биналарҙы ремонтлауға йәки ҡуртымға алыуға, проект өсөн ҡорамалдар, франшизалар һәм программа тәьминәте һатып алыуға, инженер селтәрҙәрен тоташтырыуға, коммуналь хеҙмәттәр һәм элемтә өсөн түләүгә йүнәлтергә мөмкин. Бөтәһе 15 пункт. Һалым, кредиттар буйынса проценттар түләүгә, валюта һатып алыуға һәм башҡа ҡайһы бер сығымдарға грант аҡсаһын тотонорға ярамай. Әгәр дәүләт ярҙамын файҙаланыу тәртибе боҙолһа, аҡсаны дәүләткә кире ҡайтарырға тура киләсәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: