Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2022, 13:50

Мәктәптәргә - бокс

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостанда «Мәктәптәргә бокс» проектын индерә башлайҙар.

Мәктәптәргә - бокс
Мәктәптәргә - бокс

Был хаҡта бөгөн ЦУР-ҙа БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне. «25 июндә ,Бөтә Рәсәй олимпия көнөн байрам итеү барышында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Бокс федерацияһы араһында республикала боксты үҫтереү тураһында килешеү төҙөлдө», –, тип билдәләне ул.

Өфө, Күмертау, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Белорет һәм Стәрлетамаҡ райондарында «Мәктәптәргә бокс» программаһы пилот режимында индерелә башлаясаҡ.

 

 

Фото: box-polet.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: