Новости
22 Июнь 2022, 16:50

Картуф билмәне

Картуф билмәнен бешереп ҡарағыҙ.

Картуф билмәнеКартуф билмәне
Картуф билмәне

 

Билмән ҡамыры әҙерләйбеҙ ҙә, ул күҙләнгәнсе эслек әҙерләргә тотонабыҙ.

Картуфты әрсеп, ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һыуын һыҡҡас, һуған, тоҙ, ҡара борос, май (туңмай ҙа бара) һалып бутайбыҙ. Үтә йоҡа итмәй генә ҡамырҙы йәйеп, түңәрәктәр ҡырҡабыҙ. Аҙаҡ һәр түңәрәктең эсенә эслекте һалып бөгәбеҙ.  Тоҙло ҡайнар һыуҙа бешереп алабыҙ.

Ҡаймаҡ, май менән картуф билмәне бик тәмле була.

 

 

Фото: ideireceptov.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас