

Был аш тәмләткес үҫемлек тупраҡта 20-25 көндән һуң әҙерлекһеҙ шытып сыға.
Укроп тиҙ генә шытһын өсөн нимә эшләргә мөмкин? Бер нисә ысул бар.
Орлоҡто дымлы марляға һалалар һәм бүлмә температураһында 2-3 тәүлек буйына даими дымлылыҡта бүрткәнсе тоталар. Һуңынан орлоҡтарҙы бер аҙ киптереп сәсәләр. Шытымдар 2 аҙнанан барлыҡҡа киләсәк.
Шытымды тиҙләтеү өсөн өс көн һыуҙа ла тоторға мөмкин.
Ҡайһы бер баҡсасылар орлоҡто туҡыма моҡсайға һалып, 2 минут 55 –60 градуслы эҫе һыуҙа ла тоталар.
Шулай уҡ ике көн көл , бер нисә сәғәт марганцовка, «Эпин», «Цирокон» иретмәһенә һалыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Һыуҙа, иретмәләрҙә эшкәртеү эфир майҙарын иретә, яралғыны уята.
Укроп әсе тупраҡты йәки ашламаның артыҡ өлөшөн яратмай.
Фото: ogorodbezzabot.ru