Новости
21 Июнь 2022, 11:10

Ҡөрьәндең күсермәһе беҙҙә лә буласаҡ

Ошондай Ҡөрьән яңы төҙөләсәк Евразия китапханаһында ла буласаҡ.

Ҡөрьәндең күсермәһе беҙҙә лә буласаҡҠөрьәндең күсермәһе беҙҙә лә буласаҡ
Ҡөрьәндең күсермәһе беҙҙә лә буласаҡ

БР  Хөкүмәтенең рәсми делегацияһының Үзбәкстан Республикаһына сәфәре сиктәрендә беренсе вице-премьер Азат Бадранов Үзбәкстан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты менән Усман Ҡөрьәненең күсермәһен Өфөгә тапшырыу тураһында һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Был бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған боронғо ҡулъяҙма  Ташкентта Имам Хәҙрәт ансамбленә ингән Муйи Мөбәрәк мәҙрәсәһендә һаҡлана. Яҡынса килешеү буйынса Усман Ҡөрьәненең күсермәһен донъяға билдәле каллиграф Хәбибулла Сәлих ҡул менән яҙасаҡ һәм изге яҙма Өфөлә төҙөлөп ятҡан Евразия китапханаһында һаҡланасаҡ. Хәбибулла Сәлих - донъяла боронғо һәм урта быуат ислам каллиграфияһы буйынса берҙән-бер белгес, мәсеттәрҙе реставрациялаусы һәм ислам динен өйрәнеү фәндәре профессоры. Билдәле Бохара мәҙрәсәһен тамамлаған.

1918 йылдың башында Усман Ҡөрьәне Бөтә Рәсәй мосолмандар советына тапшырыла һәм Өфөгә күсерелә. Унда ул 1923 йылға тиклем һаҡлана. 1923 йылдың июнендә Өфөлә мосолман руханиҙарының съезы була. Унда «Төркөстан Республикаһы талабы буйынса Төркөстан мосолмандарына Ғосмандың Изге Ҡөрьәнен тапшырыу тураһында»ғы мәсьәлә ҡарала. Комиссия рәйесе итеп Риза Фәхретдинов тәғәйенләнә. Изге китапты килтереүҙә шәрҡиәтсе Александр Шмидт та ҡатнаша. 1923 йылдың авгусында Усман Ҡөрьәнен махсус вагонда Ташкентҡа алып китәләр һәм унда уны тапшырыу рәсмиләштерелә. Өфөгә ҡайтҡас, Фәхретдинов «Ғосман Ҡөрьәнен ҡайтарыу эше буйынса Сәмәрҡәндкә сәйәхәт тураһында» яҙа.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас