Новости
20 Июнь 2022, 12:25

Төркиәгә самолеттар йышыраҡ оса башлай

Төркиә курорттарына хаҡтар төшмәҫме икән?

Төркиәгә самолеттар йышыраҡ оса башлайТөркиәгә самолеттар йышыраҡ оса башлай
Төркиәгә самолеттар йышыраҡ оса башлай

AZUR авиакомпанияһы 18 июндән Өфөнән Төркиәнең популяр курорты Антальяға осоштарҙы арттыра. 22 июндән Даламанға рейстар асыла. Ике йүнәлештә лә 238 урынлыҡ 757-200 самолеттары оса.

Өфөнән Даламанға рейстар аҙнаһына ике тапҡыр — кесаҙна һәм йәкшәмбе көндәрендә була.

 

Фото: yuzh-ural.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас