Новости
20 Июнь 2022, 10:57

Ҡоҙағый балам яҙмышын боҙҙо...

Гөлүсә көҙгө япраҡтар түшәлгән урман һуҡмағынан атлай. Һары һағышҡа сумған күңеленең тынғы тапмаған сағы. Ҡыҙы өсөн үртәләнә Гөлүсә. Яҙмыш тигәнең бик ҡаты бәрелде шул уға. Гөлүсә үҙе лә йәшләй ирһеҙ ҡалып, ҡыҙын яңғыҙы үҫтерҙе. Хәҙер инде Гөлназы ла шул яҙмыш һуҡмағына баҫты. Хоҙай үҙенең яратҡан бәндәһен күп тапҡыр һынай, тиҙәр. Әммә һынауҙың да сиге булалыр ҙа баһа. Яҙғаны шулдыр...

Кейәү булаһы тейеш егетте Гөлүсә тәүҙән үк өнәп етмәне. Дорфа күренде Ғәзим. Ҡыҙы менән аралашыуҙарына тәүҙә ҡаршы төшөп тә ҡараны. Әммә ахыр сиктә Гөлназ егетен йәндәй күргәс, килешмәйенсә булдыра алманы.

Бер бөртөк ҡыҙың яратҡан кеше, ни эшләмәк кәрәк? Өндәшмәй генә никах уҡытты. «Үҙҙәре табышып ҡауышҡан, бер-береһен яраталар. Бәлки, бәхеттәре өйөлөп килер», – тип үҙен йыуатты ул.

Тәүҙә ихлас ҡына күренгән ҡоҙағыйы Нурия үҙенең ысын йөҙөн бик тиҙ асты. Гөлназына «Ҡыҙым, ҡыҙым», – тип өҙгөләнеп торһа ла, эсе тулы хөсөтлөк булған икән. Иң тәүҙә яңы өйләнгән, ғаилә башлығына әүерелгән улының эш хаҡын үҙенә алып барҙы. «Һеҙ бында ашап-эсеп йәшәйһегеҙ. Аҡсаны мин тоторға тейеш», – тип ҡырт киҫте. Ҡәйнә шул рәүешле йәштәрҙе матди яҡтан үҙенә буйһондорҙо. Ә улы әсәһе һүҙенән сыҡманы. Йәш пар араһында аҡсаға бәйле низағтар ҡупты. Мөхәббәт тә һүрелә башланы. Шулай эткеле-төрткөлө тормошта Гөлназдың бәпәйе тыуҙы. Дауахананан ул әсәһенең өйөнә ҡайтты. Ҡәйнә йортонда бала менән йәшәп булмауын самаланы, күрәһең. Ире менән йәй буйы Гөлүсәлә йәшәнеләр.

Бына шунда үҙ күҙҙәре менән күрҙе Гөлүсә кейәүенең әсәһе һүҙенән сыға алмауын. Ғәзим ошо арҡала ғаилә тормошона бөтөнләй яраҡһыҙ ине. Балаһы өсөн дә, ҡатыны өсөн дә бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тойманы. Хәйер, ата-әсәһе рәтһеҙ булғас, балаһынан ни көтмәк кәрәк? Теге ваҡыт күңеле юҡҡа ғына шикләнмәгән икән.

Дөрөҫ, Ғәзим тәүҙә Гөлназға булышты. Баланы ла йыуындырышты, ашарға ла әҙерләште. Тик ҡоҙағый бында ла ҡармағын һалырға өлгөрҙө. Малайының уңғанлығына бик тиҙ кәртә ҡуйҙы: «Ҡатынға ярҙам итеү ир эше түгел. Үҙе йыуһын, үҙе бешерһен. Мин ике улымды бер үҙем үҫтерҙем, ирем командировканан ҡайтып инмәне». Йәштәр ҡабат аптырашты ҡалды.

Хатта бер гонаһы булмаған ейәнсәре Гүзәлде лә артыҡһынды Нурия ҡоҙағыйы. Үҙҙәренә ҡунаҡҡа барған арала: «Бала менән төндә йоҡлап булмай, беҙ эш кешеләре»,– тигән һылтау менән кире оҙатыу яғын ҡараны. Был ыҙғыштан һуң Гөлназ Гүзәлде ҡәйнәләренә башҡаса алып барманы.

Ғәзим дә ҡайҙалыр сығып олаға ла юғала. Эшенән дә өйгә тура ҡайтмаҫ булып китте. Нурия киленен әхирәттәре менән аралашыуҙан да тыйҙы: «Кейәүҙәге ҡатынға әхирәттәр нимәгә? Ана, эшеңде эшләп, балаңды ҡарап, иреңде көт тә ултыр». Ә ир тигән кешенең өйгә бөтөнләй ҡайтмаған осраҡтары йышайғандан-йышайҙы. Бындай кәмһетеүҙәренә күп түҙҙе Гөлназ.

Көндәрҙән бер көндө, тамам сабырлығы бөтөп, бөтөнләйгә әсәһенә ҡайтты. Үҙен юғалтып шылтыратҡан иренә: «Әсәйең ҡорған «ситлек»тә йәшәй алайым. Айырым йәшәп ҡарайыҡ», – тип тәҡдим итте.

– Айырым йәшәргә әсәй ҡушмай, – тиеүҙән уҙманы Ғәзим. Гөлназ бөтөнләйгә иренә өмөтөн өҙҙө. Ҡәйнә «ситлегендә» бикләнеп йәшәгән был ике йылда Гөлназ бик үҙгәрҙе. Бер көндө ул әсәһенә: «Әсәй, тәртипле булам тип, баш эйеп йәшәргә ярамай икән. Үҙ бәхетең өсөн көрәшергә кәрәк. Ә һин мине улай өйрәтмәгәнһең󔜫», – тимәһенме.

Гөлүсә әллә ни эшләп китте.

«Йә, Хоҙай. Гөлназымдың яҙмышында минең дә хатам бар икән», – тип эстән генә үкенеп ҡуйҙы.

Эйе, ваҡыт тигәнең ағым һыуҙай уҙа тора. Инде кескәй Гүзәлгә лә ике йәш тулып килә. Гөлназға яғымлы итеп: «Әсәй! Әсәй!» - тип өндәшә ул. Тик бына «атай» тип әйтер кешеһе юҡ баланың.

Ә ҡоҙайғыйҙары ейәнсәренең дә, килендәренең дә барлығын онотто. Үҙ көйҙәренә типтереп йәшәй бирәләр. Ара-тирә кәләшен иҫенә төшөргән Ғәзимгә яуаптары әҙер: «Ҡайтыр, улым, ҡайтыр. Бала менән кемгә кәрәк ул?»

Хәйер, кәрәге лә юҡ кеүек кейәүҙең. Әсәһе ҡумыҙына бейегән ирҙән ни файҙа?

Эйе, яҙмышта яңылыштар етерлек. Бөгөн Гөлназ уларҙы төҙәтергә әҙер. Ҡайырылған ҡанатты дауаларҙай аҫыл ирҙәр, яралы йөрәктәргә шифа булырҙай ҡәйнәләр барлығына ышана ул. Мин дә ошоға өмөтләнәм. Хоҙайҙан һорайым.

Мин һеҙгә үҙемдең ҡыҙымдың яҙмышын сер итеп кенә систем. Уйҙарымды аҡ ҡағыҙға күсергәс, бошҡан күңелемә еңел булып ҡалды. Яңғыҙ ҡыҙы өсөн, уның яҙмышы өсөн борсолоп йәшәгән әсә мин...

И. Аҫылғужина.

Читайте нас