Новости
20 Июнь 2022, 11:45

Аграр инвесторҙарҙың әүҙемлеге юғары

БР Стратегик башланғыстар агентлығының Инвестиция климаты торошо ТОП-5 Милли рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инде.

Аграр инвесторҙарҙың әүҙемлеге юғарыАграр инвесторҙарҙың әүҙемлеге юғары
Аграр инвесторҙарҙың әүҙемлеге юғары

Был хаҡта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында билдәле булды. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында инвесторҙарға иң уңайлы шарттар булдырыу буйынса комплекслы эш ойошторолдо. Был эштең уңышы күбеһенсә дәүләт ярҙамы сараларының юғары һөҙөмтәлелегенә бәйле. Быйыл тармаҡты үҫтереүгә федераль һәм төбәк бюджеттарынан 4,3 миллиард һум самаһы төрлө субсидиялар йүнәлтеләсәк. Бөгөн Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында 189,9 миллиард һумға яҡынса 115 өҫтөнлөклө инвестиция проекты иҫәпләнә, шуларҙың 63-ө 117,3 миллиард һумға, инвесторҙар тормошҡа ашыра ла инде, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Сығымдар ҡошсолоҡҡа, сусҡасылыҡҡа, һөт һәм ит, йәшелсә етештереүгә һалынған.

Шуныһы мөһим: ауыл хужалығы өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса төбәктә 16 мең эш урыны булдырыласаҡ.

 – 2018 йылдан беҙҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге инвестиция комитеты ултырыштары бара. Унда бөтә перспективалы проекттар тикшерелә, – тине ул. – Ултырыш йомғаҡтары буйынса, бөтә төбәк Хөкүмәте ҡатнашлығында, инвестиция проектына ярҙам саралары тураһында ҡарарҙар ҡабул ителә, был уны тормошҡа ашырыу ваҡытын тиҙләтә. Инвесторҙар туранан-тура республика Башлығына һорауҙар бирә, финанс ярҙамының бөтә юлдары тураһында белә ала.

Шуныһы мөһим: һәр «Инвестиция сәғәте»ндә тиерлек ауыл хужалығы өлкәһендә ниндәй ҙә булһа проект ҡарала. Әлеге ваҡытта уларҙың һаны 150-гә еткән. Башҡортостанда аграр инвесторҙарҙың әүҙемлеге юғары. Республикала ауыл хужалығы бизнесын алып барыу өсөн уңайлы шарттар һәм уңайлы инвестиция мөхите булдырылған. Быға күп осраҡта был Башҡортостанда ауыл хужалығында бизнесты үҫтергән эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы сараларының киң исемлеге эшләүе лә бәйләнгән. Ул, мәҫәлән, 5 проценттан артмаған ставка буйынса льготалы кредитлау һәм инвестиция проекты йүнәлешенә бәйле агросәнәғәт комплексы объекттарын төҙөүгә һәм (йәки) модернизациялауға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн 25 процентҡа тиклем ҡаплау. Грант ярҙам программалары ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Шулай уҡ матди-техник базаны үҫтереү өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү буйынса программалар, «Агростартап» проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына гранттар эшләй – шулай уҡ популярлыҡ менән файҙалана. Субсидияларҙың ҙур исемлеге ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға, тоҡомло малсылыҡҡа, тупраҡтың уңдырышлылығына ярҙамға, кадрҙар потенциалына, минераль ашламаларға ярҙам итеүгә түләнә.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас