Новости
17 Июнь 2022, 07:35

Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?

  Өйөгөҙҙө ҡара ҡырмыҫҡалар баҫтымы?

Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?
Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?

Айырыуса аш-һыу бүлмәһен  үҙ иткән был бөжәктәрҙән  химик препараттар ҡулланмай ғына ла ҡотолоп була.

Тәүҙә ҡырмыҫҡалар йөрөй торған тишектәргә скотч йәбештереп сығығыҙ. Тоҙ һибегеҙ. Шулай уҡ нәҙекәйбилдәр төйөлгән корицаны, аш һеркәһен дә яратмай.

Бөтнөк, лаванда үҫтерәһегеҙҙер, моғайын. Уларҙың япраҡтарын мөйөштәргә, плинтус буйлап һалып сығырға мөмкин. Был бөжәктәр эфир майҙары еҫенән дә йыраҡҡа ҡаса. Манный, тары ярмаһын да яратмай.  Шәкәр ҡушылған бор кислотаһын ҡағыҙ киҫәктәренә һалып сыҡһағыҙ ҙа, ҡырмыҫҡалар юғалыр.

 

 

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас