Новости
14 Июнь 2022, 16:00

Коммуналь хужалыҡҡа – заманса техника!

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығына дүрт махсус техника тапшырылды: фронталь тейәгес, МТЗ-82 һәм ике тейәгес-экскаватор. 

Коммуналь хужалыҡҡа – заманса техника!Коммуналь хужалыҡҡа – заманса техника!
Коммуналь хужалыҡҡа – заманса техника!

"Улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың төбәктәрҙә урамдарҙы, күп ҡатлы йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү эштәрен алып барыу өсөн транспорт саралары менән тәьмин итеү буйынса күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырылды. Шуныһы һөйөнөслө, Баймаҡҡа махсус техника республикала иң беренсе булып тапшырылды. Беҙҙең районға республика Башлығы Радий Хәбировтың айырым иғтибар күрһәтеүе ҡыуаныслы, шуның өсөн дә уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Был техника беҙҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары өсөн бик тә кәрәк. Районға килгән дүрт техниканың өсәүһе - Баймаҡ коммуналь хужалығына, ә берәүһе “Водоканал” предприятиеһына биреләсәк",  - тип хәбәр иткән соцселтәр сәхифәләрендә район етәксеһе Фәнис Әминев.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас