

Силәбе ҡалаһында йәш таланттарҙы эҙләү, балаларҙы башҡорт халыҡ ижадына йәлеп итеү, тыуған төйәгенә, халҡына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында “Ҡояш нурҙары” 1-се өлкә балалар художество ижады фестивале ойошторолдо. Балалар “Вокал”, “Хореография”, “Инструменталь ижад”, “Иң яҡшы милли костюм” номинацияларында көс һынашты. Фестивалдә ҡатнашҡан һәр кешегә диплом һәм персональ бүләк бирелде.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы исеменән конкурста ҡатнашыусыларҙы Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса бүлектең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова ҡотланы, конкурста ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырҙы, балаларҙа халыҡ йолаларына ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙәре өсөн педагогтарға, ата-әсәләргә рәхмәт әйтте. Шулай уҡ Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Әлфир Байымов 88-се балалар баҡсаһы коллективына “Аҡбуҙат” балалар журналына яҙылыу өсөн сертификат тапшырҙы.
Байрамды Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ҡала хакимиәте, Мәғариф эштәре буйынса комитет, өлкәнең Башҡорттар ҡоролтайы һәм 88-се балалар баҡсаһы менән берлектә ойошторҙо.