

Баҡсала ер эштәре менән булғандан һуң, ҡулдарға ҡарарлыҡ булмай. Йыуып ҡына таҙартып та булмай төҫлө: тырнаҡ аҫтарына, ярылған урындарға тупраҡ тулған.
Шулай ҙа уларҙы таҙартыу өсөн еңел генә ысул бар. Бының өсөн 100 мл водород перекисенә (3 процентлы) 20 г нашатырь спирты, 2 тамсы шыйыҡ һабын йәки 1-2 семтем кер порошогы һалып бутарға. Был ҡатнашмаға ҡулдарҙы тығып, 5-7 минут тирәһе тоторға. Аҙаҡ ҡулдаҙы һабынлап йылы һыу менән йыуырға ла, туҡлыҡлы крем һөртөргә кәрәк. Шулай уҡ водород перекисе урынына лимон кислотаһының эретмәһен ҡулланырға була.