

Сарала Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко, Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре, ҡала халҡы һәм, әлбиттә, был сараның иң төп ҡатнашыусылары - йәш петроградсылар ҡатнашты.
– Бер аҙ ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, бөгөн көн балаларҙың йылмайыуҙарынан ҡояшлы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа Петровский ҡалаһы балалары өсөн бүләк, белгестәргә күрһәткән эштәре, оперативлыҡтары һәм беҙгә күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, - тине Сергей Рыбальченко, барыһына ла тыныслыҡ, шатлыҡ, именлек теләп.
Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе - Башҡортостан Республикаһы министры Азамат Абдрахманов йыйылыусыларҙың барыһына ла Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
– Бындай иҫ киткес байрам бүләкһеҙ үтергә тейеш түгел. Хәҙерге ҡатмарлы осорҙа балаларыбыҙ нығыраҡ ҡыуанырға тейеш. Рәсәй һәр ваҡыт һеҙҙең менән булды һәм булып ҡала. Беҙҙе ҙур эштәр көтә! – тип билдәләне Азамат Абдрахманов.
Уйын комплексы төрлө йәштәге балалар өсөн иҫәпләнгән. Сағыу бәүелсәктәр, каруселдәр, ҡомташ, тренажёрҙар һәм уйын зонаһының башҡа элементтары, шул иҫәптән 450 квадрат метр майҙанлы хәүефһеҙ резина япма заманса технологиялар буйынса эшләнгән. Петровскийҙың бәләкәй кешеләре майҙансыҡта кискеһен дә уйнай ала, бының өсөн периметры буйынса яҡтыртҡыстар ҡуйылған, ә прожекторҙарҙы махсус рәүештә Ишембай ҡалаһынан алып килгәндәр. Хәҙер балаларҙың уйын өсөн уңайлы урыны барлыҡҡа килде. Яңы майҙансыҡта һәр бала үҙен уңайлы һәм хәүефһеҙ тойһон өсөн бөтә нәмә бар.