Новости
3 Июнь 2022, 02:00

Ниндәй  доғалар уҡырға?

Ҡөрьән мәжлестәрендә, аяттарҙа ниндәй аят-сүрәләр уҡылырға тейеш?

Өйгә мулла саҡырып, дини мәжлес үткәреү – мосолманға хас булған сифат. Ҡөрьән ашы аят уҡытыу, вафат булғандарҙың рухына доға ҡылыу, ҡорбан ашы, никах уҡытыу, яңы йортҡа күсеү, яңы тыуған сабыйға исем ҡушыу, ифтар ашы үткәреү ниәтенән уҙғарыла. Шәриғәте­беҙҙә ундай мәжлестәр үткәреү мотлаҡ ғәмәл түгел, үткәрмәүсе кеше гонаһлы һаналмай. Әммә ойошторған кешегә Алланың рәхмәте, әжер-сауабы яҙыла. Сөнки ундай табында Ҡөрьән уҡыла, ғибәҙәттең елеге булып һаналған доғалар ҡылына, вәғәз һөйләнелә. Мәсеткә килеп етә алмаған кешеләргә Аллаһы Тәғә­лә, ислам дине, мәңгелек әхирәт тормошо тураһында мәғлүмәт еткерелә.
Дини мәжлестең нимәгә ба­ғыш­ланыуына ҡарамаҫтан, уның төп маҡсаты – Ҡөрьән аяттарын уҡыу. Әлбиттә, саҡырылған имам һәр мәжлесте йортҡа доға ҡылыуҙан, йыйылған кешеләрҙе сәләмләүҙән башларға тейеш. Унан һуң, ғәҙәттә, мәжлестең маҡсаты, йыйылыуҙың сәбәбе аңлатыл­ғандан һуң, ҡыҫҡаса вәғәз һөйләнелә. 5 –  7 минутлыҡ тел­мәр­ҙән һуң Ҡөрьән уҡыла.
Ҡөрьән ашын  «Фатиха» сүрә­һенән, «Бәҡара» сүрәһенең беренсе биш аятынан  («Әлиф-Ләм- Мим») башлап ебәреү мәслихәт. Вафат булғандарҙы иҫкә алыу мәжлестәрендә (өсө, етеһе, ҡырҡы) әжер-сауапты баҡый­лыҡҡа күскән туғандарҙың рухына бағышлау ниәте менән «Мүлк» («Тәбәрәк») йәки «Йәсин» сүрәләрен уҡыу хәйерле. 
Яңы йортҡа күсенеү уңайынан  «Фатиха» менән  «Әлиф-Ләм-Мим»гә «Бәҡара» сүрәһе­нән «Лил­ләһи» һәм «Аятел-Көрси» аяттарын өҫтәп, «Рахман» сүрә­һен уҡыу кәңәш ителә.
Никах мәжлесендә никах уҡылғандан һуң «Бәҡара» сүрә­һенән  «Лилләһи»не һәм «Ваҡиға» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә.
Ҡорбан ашында  «Әнғәм» сүрә­һенең               160 –165-се аяттары уҡыла. Шунан һуң  «Ваҡиға» йәки  «Әр-Рахман» һәм «Кәүсәр» сүрәләре уҡыла.
Һәр мәжлесте «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡыу менән тамамларға кәңәш ителә.  

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас