

Ул - XIV быуатта йәшәгән, илебеҙ тарихында сағыу эҙ ҡалдырған данлыҡлы шәхесебеҙ Бәндәбикәнең бер туған һылыуы. Апайы менән бергә үҙ халҡының берҙәмлеген яҡлаусы, зирәк һәм аҡыллы ҡатын булған. Халыҡ араһында ҙур ихтирам яулаған, кешеләр уға кәңәш һорап мөрәжәғәт итәр булған. «Ағинәй» йәшенә еткәнсе үҙ ырыуының имен, тыныс тормошо өсөн көрәшкән.
Ураҙа байрамы көнөндә Ҡуйбикә ҡәберлеген матурлап тәртипкә килтереп, кәртә ҡуйылды. Был изге эштә ярҙам итеүсе ауылдаштарыбыҙға, ойоштороусы Вәлиулла Миңлебай улы Нурмөхәмәтовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.