Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2022, 11:05

Торатауҙа һабантуй үткәреү тыйылды!

Бының турала бөгөн ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәлә БР Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул кисә гынә бының турала урындағы халыҡ һәм ғалимдар менән һөйләшкән булған.

Торатауҙа һабантуй үткәреү тыйылды!
Торатауҙа һабантуй үткәреү тыйылды!

«Беҙ башҡа Торатау биләмәһендә ҙур һабантуй үткәрмәйәсәкбеҙ. Сараға 60 мең кеше килә, улар тирә-яҡты тапап сыға. Торатауҙы ысын мәғәнәлә затлы мәрйенгә тиңләргә мөмкин", - тип белдерҙе төбәк етәксеһе.

Р.Хәбиров аҙаҡ мәҙәниәт министрына күмәк кеше ҡатнашлығында оло саралар уҙғарырға икенсе урын табырға ҡушты.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: