Новости
23 Май 2022, 16:15

"Ҡайҙа ҡалды бала сағым, Ҡайҙа һин, ғәмһеҙ сағым?"

Халыҡ - ара балаларҙы һаҡлау көнөнә ҡарата ошондай исем аҫтында “Йәшлек” гәзите үҙенең сираттағы фотоконкурсын иғлан итә.

"Ҡайҙа ҡалды бала сағым,  Ҡайҙа һин, ғәмһеҙ сағым?""Ҡайҙа ҡалды бала сағым,  Ҡайҙа һин, ғәмһеҙ сағым?"
"Ҡайҙа ҡалды бала сағым, Ҡайҙа һин, ғәмһеҙ сағым?"

Исеменән үк аңлап тораһығыҙҙыр, ярышта өлкән йәштәге кешеләрҙең бала саҡтарындағы фотоһүрәттәре араһында барасаҡ. Пионерға алған мәлме, мәктәп тормошомо, ғаилә, дуҫ-туғандар менән төшкәнме - беҙҙе шундай тарих һаҡлаған, бала саҡтың иң иҫтәлекле мәлен сағылдырған ҡыҙыҡлы фотолар ҡыҙыҡһындыра. 

Конкурста ҡатнашыу өсөн:

- "Бәйләнештә" селтәрендәге “Йәшлек” гәзите төркөмө ҡатнашыусыһы булырға кәрәк. Һылтанмаһы: https://vk.com/yeshlek_gazite.

- Ошо яҙма аҫтына фотоһүрәттәр һалығыҙ һәм унда кем төшкәне, яҡынса йылы тураһында яҙығыҙ, яҙманы дуҫтарға һөйләгеҙ - репост яһағыҙ.

Иғтибар! Фотоһүрәттәрҙе был аҙнаның йомаһына, йәғни 27 майға, сәғәт 12-гә тиклем туплайбыҙ. Аҙаҡтан 1 июнгә тиклем тауыш биреү өлөшө иғлан ителәсәк. Иң шәп ҡатнашыусыларыбыҙ хаҡында киләһе һандарҙа мәҡәлә баҫыласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас