Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2022, 15:45

Редик Фәсхетдинов вафат...

Башҡорт сәнғәте тағы бер юғалтыу кисерҙе.  

Редик Фәсхетдинов вафат...
Редик Фәсхетдинов вафат...

Бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, талантлы баянсы Редик Фәсхетдинов вафат булды. Туғандарының, ғаиләһенең, дуҫтарының, хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Редик Әхмәт улы Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.
1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап,  Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә концертмейстеры булып эш башлай. Артабан  телевидениела музыкаль программалар режиссеры, Башҡорт дәүләт филармонияһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры баянсыһы булып эшләй.

2002 йылда Мәскәү—Дрезден—Рим—Флоренция—Венеция—Варшава маршруты буйынса "ЮНЕСКО-ның донъя мәҙәни ҡаҙаныштары. Цивилизациялар диалогы" экспедицияһында ҡатнаша. Донъяның 24 илендә гастролдәрҙә була.

Мәрхүм менән хушлашыу ваҡыты һәм урыны һуңыраҡ хәбәр ителәсәк.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: