

Полиция тиҙ арала баланың әсәһен тапҡан. Ул Орджоникидзе районында йәшәгән ҡатын булып сыҡҡан. Үҙе әйтеүенсә, уның өсөнсө балаһын тәрбиәләргә хәленән килмәй. Уға протокол төҙөлгән.
Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, ҡатындың беренсе иренән 9 һәм 10 йәшлек балалары бар. Яңы тыуған ҡыҙсыҡты атаһы танырға теләмәгән, шуға әсә сабыйынан ҡотолорға уйлаған. Ҡатынды әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Баланы Аврора урамындағы Сабый йортона урынлаштырғандар.