

Әле 13 объектта эштәр алып барыла. Улар араһында Зинин ауылындағы транспорт развязкаһын төҙөү һәм Ағиҙел аша аркалы күпергә капиталь ремонт бар.
Бынан тыш, 2022 йылда Баймаҡ районында Һаҡмар аша, Бәләбәйҙә - Өҫән, Белоретта - Инйәр һәм Йөйәк, Благоварҙа - Бедринка, Ҡариҙелдә - Байҡы, Шишмәлә - Балышлы, Шаранда - Таш-Шишмә, Саҡмағошта Ҡалмаш йылғалары аша күперҙәр ремонтланасаҡ.
Быйыл Талбазы-Красноусол юлында Ағиҙел аша күпергә һәм Оло Тәләк янында Эҫем аша күпергә лә капремонт яһаласаҡ. Объекттар 2023-2024 йылларҙа тапшырыласаҡ.